Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Февраль , 05:36

"Морозилка"ға йәшенгән ҡатын!

Балаларына алимент түләмәҫ өсөн, алиментщик ирҙәр йә утынлыҡта, йә баҙҙа йәшеренгән була. Ә йөрәге урынында боҙ булғанға ла, һыуыҡтан ҡурҡмаған Ҡарһылыу "морозилка"ға инеп сумған.

"Морозилка"ға йәшенгән ҡатын!"Морозилка"ға йәшенгән ҡатын!
"Морозилка"ға йәшенгән ҡатын!

Йыш ҡына алимент түләмәгән кешеләр башҡарма документ талаптарын үтәүҙән ҡасырға маташа. Суд приставтары уларҙы ғәҙәти булмаған урындарҙа таба: подвалдарҙа, келәттәрҙә һәм карауаттар аҫтында. Тағы бер алимент түләүсе үҙенең тапҡырлығы менән хайран ҡалдыра.

Әсә кеше әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителгәндән һуң бәлиғ булмаған балаларҙы ҡарау атаһының иңенә төшә. Күп балалы әсә ғаиләһен ташлап, иркен йәшәй. Суд ҡарарына ярашлы, ҡатын эш хаҡының йәки башҡа килеменең яртыһын бәлиғ булмаған балаларын ҡарауға бирергә бурыслы. Әммә әсә хәстәрлеген дә, аҡсаһын да бирмәй. Бурыс суммаһы 500 мең һумға яҡынлаша.

Балаҡатай районында йәшәгән 38 йәшлек ҡатын үҙ балаларына битарафлыҡ күрһәткәне өсөн енәйәт яуаплылығына тарттырылған. Ҡатын бер нисә ай буйына колонияла ултырып сыға, әммә тейешле һығымталар яһамай. Уға ҡарата енәйәт эше яңынан ҡуҙғатыла. Күп балалы әсәне һорау алыу өсөн саҡыралар, әммә суд приставтары уны бер ваҡытта ла тота алмай. Хоҡуҡ һаҡсылары бурыслы ҡатындың өйөнә бара. Пропискала күрһәтелгән адрес буйынса ҡатынды таба алмайҙар. Уның менән бергә йәшәгән ир ҡатындың өйҙә юҡлығын һәм оҙаҡ ваҡыт яңғыҙ йәшәүен раҫлай. Икенсе тапҡыр барыуҙарына күршеләре бурыслы ҡатындың яңы ғына ихатала йөрөүен әйтә.

Йорттоң һәр мөйөшөн тикшереп, суд приставтары китергә йыйына, әммә уларҙың иғтибарын кухняла торған һыуытҡыс йәлеп итә.Шунда табалар ҙа инде ҡатынды!

Уны бүлексәгә алып килгәндәр. Яҡын көндәрҙә суд күп балалы әсәнең артабанғы яҙмышы тураһында ҡарар сығарасаҡ. Был хаҡта Рәсәй Федераль Суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.

Фото: https://vk.ru/ufsspporb

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас