

Дәүләт автоинспекцияһының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында матбуғат баҫмалары, теле- һәм радиоканалдар, электрон киң мәғлүмәт саралары, матбуғат хеҙмәттәре вәкилдәре һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре менән осрашыу үтте. Был турала баш автоинспектор Владимир Севастьянов хәбәр итте:
- Мин Дәүләт автоинспекцияһының уҙған йылдағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаным һәм йәмәғәтселекте ҡыҙыҡһындырған иң көнүҙәк һорауҙарға яуап бирҙем, - тип белдерҙе ул. - 2025 йылда Башҡортостан Республикаһы территорияһында 2675 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 375 кеше һәләк булған һәм 3220 кеше йәрәхәтләнгән. Юл-транспорт ваҡиғаһының төп сәбәптәре - ҡаршы хәрәкәт һыҙатына сығыу, светофор сигналы талаптарын, киҫешмәләрҙә һәм йәйәүлеләр үткәүелендә йөрөү ҡағиҙәләрен боҙоу, дистанцияны дөрөҫ һайламау һәм тиҙлектең хәрәкәт шарттарына тап килмәүе.
Балаларҙың юл-транспорт травматизмы айырыуса борсолоу тыуҙыра. 2025 йыл йомғаҡтары буйынса бәлиғ булмағандар ҡатнашлығында 389 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 17 бала һәләк булған һәм 411-е төрлө ауырлыҡтағы йәрәхәттәр алған. Уҙған йыл дауамында ғәмәлгә ашырылған саралар комплексы беҙгә юл-транспорт һәләкәттәре һәм уларҙа йәрәхәтләнгән балалар һанын кәметеүгә өлгәшергә мөмкинлек бирҙе. Шул уҡ ваҡытта, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юлдарҙа балалар үлеме һуңғы биш йыллыҡ күрһәткестәренән юғарыраҡ.
Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре хеҙмәтен башҡарған осорҙа юл хәрәкәтенән 16,5 мең иҫереклек билдәләре булған водителдәрҙе асыҡлай һәм уларҙы юл хәрәкәтенән сығара.
Матбуғат конференцияһында, үрҙә әйтелгәндәрҙән тыш, республикабыҙҙың юл участкалары, юлдағы камералар менән теркәлгән ҡағиҙә боҙоуҙарҙың таралған төрҙәре, Башҡортостан Дәүләт автоинспекцияһы үткәргән иҫкәртеү акциялары һәм башҡа ведомстволар менән үҙ-ара килешеп эш итеү мәсьәләләре тикшерелде.
Матбуғат конференцияһын тамамлап, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә ҡағылышлы мәсьәләләрҙе тикшереүҙә әүҙем ҡатнашҡандары өсөн барыһына ла рәхмәт белдерҙе.
Фото: https://web.telegram.org/k/#@V_Sevastyanov