Был ваҡиға 30 ғинуарҙа Ҡарман һыуһаҡлағысында була. Ижевскиҙан өс дуҫ балыҡ тоторға килә. Ҡайтыр ваҡыт еткәс, ирҙәрҙең береһенең, Геннадий Волковтың, хәле насарая (аяҡтары тыңламай). Ҡараңғы тиҙ төшә. Иптәштәре уның артта ятып ҡалғанын аңғармай.
Бөтөнләй хәле мөшкөлләнгәс, Геннадий ашығыс хеҙмәттәргә шылтырата.
Геннадий үҙе хәтерләүенсә, көслө буран була: "0,5 метрҙан ашыу ҡар яуҙы. Тора-бара иптәштәремдән артта ҡалам. Баҫһам - башым әйләнә, ултырһам - туҡтай... Һыуһаным - ҡар ялаған булам, йоҡлай башлағанымды тоям..."
Ҡарман ГРЭС-ы хеҙмәткәрҙәре цех ҡыйығынан фонарь ярҙамында дезориенцияланған балыҡсының ҡайҙалығын тиҙ арала асыҡлай, унан яҡтылыҡ яуап ала, һәм шунда уҡ ярҙамға ҡотҡарыусылар килә. Геннадийҙы һөйрәп ярға алып сығалар һәм медиктар ҡулына тапшыралар. Һыуыҡ тейҙереү диагнозы менән ул урындағы дауаханаға оҙатыла. Хәҙер ул өйҙә, һауыға, һәм ауыр шарттарҙа уға һәм дуҫтарына ярҙамға килгәндәрҙең барыһына ла рәхмәт белдерә: "Һеҙгә күҙ йәштәре аша рәхмәтлемен, тағы ла ярты сәғәт һәм... беҙҙе, ололарҙы, ғәфү итегеҙ!"
Фото: https://web.max.ru/-69197923551776