Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Февраль , 13:20

Балыҡсы саҡ туңып үлмәгән!

Ижевскиҙан Ҡарман һыуһаҡлағысына балыҡ тоторға килгән ирҙең аяҡтары һыуыҡтан тотмай башлаған. Тағы ла бер ярты сәғәт ярҙам тотҡарланғанда, ул туңып үлер ине…

Балыҡсы саҡ туңып үлмәгән!
Балыҡсы саҡ туңып үлмәгән!

Был хәл 30 ғинуарҙа Ҡарман һыуһаҡлағысында була, унда Ижевскиҙан өс дуҫ балыҡ тоторға килә. Ҡайтырға йыйына башлағас, ирҙәрҙең береһе Геннадий Волковтың хәле насарая, уның аяҡтары йөрөмәй башлай.

– Был көндә 0,5 метрҙан ашыу ҡар яуған ине. Мин иптәштәремдән ярайһы ғына артта ҡалдым. Ҡапыл башым әйләнде, аяҡтарым йөрөмәй башланы, үҙем килеп тороп һыуһайым,  ныҡ йоҡо килә башланы. Ошо мәлдә туңа башлауымды аңланым һәм ҡотҡарыусыларға шылтыраттым. Рәхмәт уларға. Ярҙамға ваҡытында килеп еттеләр, берәй ярты сәғәт һуңлап килһәләр туңып үлгән булыр инем, – ти балыҡсы күҙ йәштәре аша.

Ҡарман һыуһаҡлағысы хеҙмәткәрҙәре цех ҡыйығынан фонарь ярҙамында тиҙ арала балыҡсының ҡайҙа икәнлеген асыҡлай, һәм ҡотҡарыусылар бәләгә тарыусыға ярҙамға ашыға.

 Улар Геннадийҙы ярға алып сығып  табиптар ҡулына тапшыра. Балыҡсы  һыуыныу диагнозы менән урындағы дауаханаға оҙатыла.

Автор: Гөлнара Солтанова
Читайте нас