

* Ҡабаҡ орлоғонда кукурбитин тигән матдә бар. Ул паразиттарҙың эсенә үтеп инеп, уларҙы эсәктәргә йәбешеп тороу һәләтенән мәхрүм итә. Һөҙөмтәлә ҡорттар үҙҙәре лә һиҙмәҫтән организмдан сығып китә.
* Ҡыҙыл кәбеҫтәлә 35-тән ашыу флавоноид бар. Улар яман шешкә ҡаршы бик көслө дауа булып тора.
* Көнөнә дүрт миндаль сәтләүеге ашау организмдағы холестерин кимәлен кәметергә ярҙам итә, сәстәрҙе матурайта, йөрәк ауырыуҙарынан һаҡлай, артыҡ кәүҙә ауырлығына, йыйырсыҡтарға ҡаршы көрәшергә ярҙам итә. Ә иң мөһиме – мейе эшмәкәрлеген яҡшырта.
* Ананас һутында бромелайн тип атлаған билдәле фермент бар. Ул ялҡынһыныуға ҡаршы тороу көсөнә эйә. Шуға күрә лә бик яҡшы йүтәлде дауалау сараһы булып тора. Өҫтәүенә, үпкәләге лайланы шыйыҡлатырға һәләтле.
* Бер әфлисунда кеше өсөн С витаминының көндәлек запасы тупланған. Өҫтәүенә, уның составындағы коллаген һөйәктәрҙе нығыта.
* Көн һайын йоҡлар алдынан ике киви ашау, йоҡоноң сифатын яҡшырта һәм тиҙерәк әүен баҙарына китергә ярҙам итә. Сөнки был емеш бәхет гормоны – серотонинға бай.
* Көн дә иртән бер стакан йылы һыу эсеү организмдың йоҡонан һуң һыу балансын тулыландыра. Аш эшкәртеүҙе көйләп, ашҡаҙан-эсәк трактын яңы көнгә әҙерләй.
* Һарымһаҡ үт ҡыуығынан ваҡытында үтте сығарыуҙы тәьмин итә. Шуның менән үттең ҡуйырыуына һәм таштар барлыҡҡа килеүгә юл ҡуймай.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.