Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Февраль , 12:50

Уйындан – уймаҡ сыҡты шикелле…

Бөгөн Өфөнөң 16-сы гимназияһына һөжүм иткән уҡыусы, уҡыу йортона уйынсыҡ автомат тотоп килеп ни бары тик ҡурҡытырға теләүен белдергән.

Уйындан – уймаҡ сыҡты шикелле…Уйындан – уймаҡ сыҡты шикелле…
Уйындан – уймаҡ сыҡты шикелле…

– Был ҡорал менән бер кемде яралап та, үлтереп тә булмауын аңланым. Мине рәнйетеүселәр менән алдан һөйләшеүҙәр булды, хатта һуғыштыҡ та. Директор, уның урынбаҫарҙары ла быны белде, –ти ул.

РФ Эске эштәр министрлығының  Башҡортостан буйынса тикшереү комитеты гимназияға һөжүм иткән туғыҙынсы класс уҡыусыһынан һорау алыу кадрҙарын баҫтырып сығарҙы.

Үҫмер оперативниктарға бер нисә аҙна әҙерләнеүе тураһында һөйләй. Ул пластик автомат менән етди йәрәхәтләү мөмкин түгеллеген аңлап эш итә.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас