Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Февраля , 07:05

Өфө гимназияһына һөжүм иткәндәр

Туғыҙынсы класс уҡыусыһы   Менделеев урамындағы 16-сы гимназияға һөжүм иткән.

Өфө гимназияһына һөжүм иткәндәрӨфө гимназияһына һөжүм иткәндәр
Өфө гимназияһына һөжүм иткәндәр

 Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, бер кем дә зыян күрмәгән. Һөжүм итеүсене ҡулға алғандар. Ваҡиға тураһында әлегә ентекле хәбәр ителмәй. Хоҡуҡ һаҡлау органдарынан рәсми комментарийҙар юҡ.

 

SHOT мәғлүмәттәре буйынса, мәктәп уҡыусыһы күптән түгел гимназияға күскән. Уҡытыусылар һәм класташтары менән конфликтҡа инә, коллективҡа ҡушыла алмай.

Ваҡиға ваҡытында 1, 5 һәм 9 класс уҡыусыларын подвалға эвакуациялайҙар. Мәктәптә Росгвардия эшләй, уҡыу йортона юлдарҙы полиция яба.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас