Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Февраля , 08:00

Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусылар өсөн эш урындары квоталанасаҡ

 Был хаҡтағы закон үҙ көсөнә инде.

Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусылар өсөн эш урындары квоталанасаҡБашҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусылар өсөн эш урындары квоталанасаҡ
Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусылар өсөн эш урындары квоталанасаҡ

Уға ярашлы, 100 кешенән күберәк хеҙмәткәр эшләгән барлыҡ предприятиела һәм ойошмала эш урындарының 1 проценты махсус операция ветерандары өсөн ҡалдырылырға тейеш.
Закон положениеларын Өфөлә уҙған стратегик сессияла тикшерҙеләр. Унда власть органдары, мәшғүллек хеҙмәте, белем биреү ойошмалары һәм бизнес-берләшмә вәкилдәре ҡатнашты.
Эксперттар документтың эш биреүселәрҙең инвалид граждандар өсөн эш урындары булдырыу бурысын бөтөрмәүенә иғтибар итте. Улар өсөн айырым квоталар ҡаралырға тейеш.
Закон талаптары инвалидтарҙың һәм хәрби хәрәкәттәр ветерандарының йәмәғәт берекмәләренә, шулай уҡ ябыу, бөлгөнлөккә төшөү йәки эшмәкәрлеген туҡтатыу стадияһындағы юридик шәхестәргә ҡағылмай.
«Билдәләнгән квота махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы эшкә урынлаштырыу мөмкинлектәрен киңәйтеү мөмкинлеге бирә. Беҙҙең бурыс – был процесты һөҙөмтәле итеү. Мәшғүллек хеҙмәте эш эҙләүселәрҙе лә, эш биреүселәрҙе лә вакансиялар һайлауҙан алып эш урынына яраҡлаштырыуға тиклем бөтә этапта оҙатып барырға әҙер», – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының «Рәсәй эше» кадрҙар үҙәге директоры Ридан Әхйәмов.
Тейешле вакансиялар булмаған осраҡта, кадрҙар үҙәктәре эш биреүселәргә ветерандарға талап ителгән һөнәрҙәрҙе иҫәпкә алып, профессиялар исемлегенә төҙәтмәләр индереү тураһында тәҡдимдәр ебәрергә хоҡуҡлы.
Башҡортостан Республикаһының «Рәсәй эше» кадрҙар үҙәге махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн вакансиялар реестрын алып бара. Унда 498 эш биреүсе теркәлгән, шуларҙың 232-һе 816 вакансия тәҡдим иткән. Бер төркөм позиция буйынса хеҙмәт хаҡы 50 мең һумдан башлана. Әлеге көндә хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы һәм уларҙың ғаилә ағзаларын эшкә урынлаштырыу буйынса хеҙмәттәшлек тураһында 266 килешеү төҙөлгән.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: мәшғүллек өлкәһендә ярҙам алыу өсөн кадрҙар үҙәктәренә мөрәжәғәт итеү йәки «Рәсәйҙә эш» платформаһында ( https://trudvsem.ru ) шәхси кабинеттан электрон ғариза ебәреү ҙә етә.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас