Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Февраль , 12:50

Учалы районы - көслө тыл!

Учалылар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға даими ярҙам итә, гуманитар ылауҙарҙы берҙәм йыя.

Учалы районы - көслө тыл!
Учалы районы - көслө тыл!

Был турала Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы хәбәр итә:

- Аҙнаны йомғаҡлап, халҡыбыҙ, коллективтарыбыҙ һәм ирекмәндәребеҙ өсөн ғорурлыҡ тойғоһо кисерәбеҙ! Еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ хеҙмәте һәм вайымһыҙлығы менән булышлыҡ иткән һәр кемгә рәхмәт!

Шайморатов штабы ирекмәндәре - беҙҙең координаторҙар һәм хәрәкәт итеүсе көстәр:
  Янғын һүндереү часы коллективы менән берлектә "Ҡотҡарыусы" позывнойлы яугир өсөн 2 комплект асҡыстар һатып алына.
  Истамғол һәм Баттал ауылдары халҡы "Тренер" позывнойлы яугир өсөн алғы һыҙыҡҡа кәрәкле мотобысҡылар һатып ала.
  Баттал, Юлдаш, Ҡолош, Һөйөндөк, Ҡарт Муйнаҡ, Иҫке Байрамғол, Илсеғол, Ялсығол халҡы тарафынан 4 тәгәрмәс, 50 гуманитар ярҙам ҡумтаһы, шулай уҡ 25 маскировка селтәре йыйылған. 

"Наша Родина-Россия" ирекмәндәр төркөмө - көс һәм ҡеүәт!
  "Солтан" позывнойлы яугир өсөн 275 000 һумлыҡ квадрокоптер һатып алдыҡ һәм тапшырҙыҡ! Был техника ғына түгел, был беҙҙең егеттәрҙең һуғыш яланындағы күҙҙәре.

"Бергә - беҙ көс" төркөмөнөң ярҙамы баһалап бөткөһөҙ!
  143 615 һумға "Пит" позывнойлы яугир өсөн өс портатив аккумулятор һатып алалар. Алғы һыҙыҡта электр энергияһы - был бәйләнеш, был дрондарҙың эше, был хәүефһеҙлек.

"Беҙҙең учалыларға йыябыҙ" төркөмө беҙҙең ирекмән Хәлит Мөхәмәтйәнов менән берлектә Покровка йүнәлеше яугирҙары өсөн мотороллер һатып алды.

"Тыл эшсеһе" ирекмәндәр төркөмө тарафынан:
  28 маскировка селтәре үрелгән (Миндәк, Октябрьск, Оҙонгүл ауылдары халҡы, сәнғәт һәм мәҙәниәт музыка колледжы, 2-се һанлы мәктәп).
  41 антидрон пончоһы эшләнгән.
  267 дана ҡоро душ (Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы).
  21 пар йылы ойоҡбаш бәйләнгән.
  12 мендәр тапшырылған.
Һәм, әлбиттә, дөйөм гуманитар ярҙам йыйыу дауам итә!

"Үҙебеҙҙекеләрҙе ҡалдырмайбыҙ" ирекмәндәр төркөмөнән:
  6 маскировка селтәре үрелгән.
  9 дронға ҡаршы юрған, 12 каремат, 5 йылы юрған, 25 башлыҡ, 6 мендәр, 16 йылы билбау тегелгән.
  2 йылы билбау бәйләнгән.
  Штабҡа 150 банка окоп шәмдәре тапшырылған.
  Һәм был ғына түгел! "Зенит" позывнойлы яугир өсөн төркөмдән: 10 маскировка селтәре, 15 дронға ҡаршы юрған, 5 йылы юрған, 10 каремат, шулай уҡ гуманитар ярҙам менән 17 ҡумта тапшырыла, улар араһында медикаменттар, шәхси гигиена саралары, газ баллондары, йылы әйберҙәр (башлыҡ, билбау, йылы ойоҡбаш) һәм аҙыҡ-түлек.

Ярҙам итеүселәргә ҙур рәхмәт! Бергә беҙ - ҡеүәт! Яугирҙәрҙе еңеү менән иҫән-һау көтәбеҙ!

Фото: https://vk.ru/club228828595

 

Учалы районы - көслө тыл!
Учалы районы - көслө тыл!
Учалы районы - көслө тыл!
Учалы районы - көслө тыл!
Автор: Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас