Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Февраль , 15:35

Кем хаҡлы: уҡытыусымы әллә уҡыусымы?

Башҡортостанда хеҙмәт уҡытыусыһы етенсе класс уҡыусыһының ҡулдарын бәйләп, ҡайыш менән һыҙырыуы тураһындағы видео социаль селтәрҙәрҙә йәшен тиҙлегендә таралды. Һәм ҡараштар ҙа бүленде, уҡытыусы яҡлылар ҙа, уҡыусыны яҡлап яҙыусылар ҙа табылды.  

Кем хаҡлы: уҡытыусымы әллә уҡыусымы?
Кем хаҡлы: уҡытыусымы әллә уҡыусымы?

Сәбәбе — мәктәп уҡыусыһының дәрестә үҙ-үҙен тотошо. Үҫмер дәрес ваҡытында һүгенә, дәресте алып барырға ҡамасаулай һәм компьютерҙа эшкә ҡағылмаған чебурашка  төшөрөп ултыра.

Фекерҙәр икегә бүленә: бәғзеләр уҡытыусыны "тәрбиә өсөн" маҡтай, ә икенселәр эштән бушатыуҙы талап итә.

Ә һеҙ, нисек уйлайһығыҙ, был осраҡта кем хаҡлы?

Автор: Гөлнара Солтанова
Читайте нас