Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Февраль , 11:15

Фидан Ғафаров «Ҡышҡы романс» булып ҡайтасаҡ

Башҡортостанда Фидан Ғафаров иҫтәлегенә актер-йыры конкурсы уҙасаҡ.  

Фидан Ғафаров «Ҡышҡы романс» булып ҡайтасаҡ
Фидан Ғафаров «Ҡышҡы романс» булып ҡайтасаҡ

Конкурс Рәсәй, Башҡортостан һәм Татарстандың халыҡ артисы Фидан Ғафаров иҫтәлегенә бағышланасаҡ. Был хаҡта Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзының 150 йыллығына бағышланған матбуғат конференцияһында билдәле булды.

– Йыр конкурсын беҙ «Ҡышҡы романс» тип атарға һәм Фидан Ғафаров ижадына бағышларға булдыҡ. Конкурс 2026 йылдың ноябренә планлаштырылған, – тип хәбәр итте Башҡортостандың Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе Алмас Әмиров.

Автор: Гөлнара Солтанова
Читайте нас