Салауат районының Малаяҙ ауылында 22 ғинуарҙа ҡатын-ҡыҙҙың үлтерелеүе тураһында яңы мәғлүмәттәр билдәле булды. Наталья исемле ҡатындың йөрәгенә бысаҡ ҡаҙайҙар.
Күршеләре әйтеүенсә, ул Малаяҙҙа бер ир менән йәшәгән. Ире күптән түгел вафат булған.
Фажиғә көнөндә ҡатын өс ир менән алкоголле эсемлек эсә. Шунан ирҙәр менән ҡатын араһында бәхәс сыға. Ниндәйҙер мәлдә ирҙәрҙең береһе Натальяның түшенә бысаҡ ҡаҙай.
Ғәйепләнеүсе ҡулға алына. Әле тикшереү дауам итә.