Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Февраль , 07:25

17 йәшлек аномалияһы булған ҡыҙ бала тапҡан

Әле үҫмер ҡыҙҙың туғандары табиптарҙы йәш әсәнең һәм уның сабыйының  ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйыуҙа ғәйепләй.

17 йәшлек аномалияһы булған ҡыҙ бала тапҡан17 йәшлек аномалияһы булған ҡыҙ бала тапҡан
17 йәшлек аномалияһы булған ҡыҙ бала тапҡан

27 ғинуарҙа Өфөнөң Перинаталь үҙәгендә 17 йәшлек  Юля С. (исеме үҙгәртелгән) бик һирәк осраған аномалия — аналыҡтың  икеләтә ҙурайыуы менән бала таба. Бала табыусы йәш әсәнең туғандары табиптарҙы матур статистика өсөн ҡыҙ менән сабыйҙы нигеҙһеҙ хәүеф аҫтына ҡуйыуҙа ғәйепләй.

Буласаҡ әсәнең физиологик үҙенсәлеге тураһында йөклөлөк ваҡытында уҡ билдәле була. Стәрлетамаҡ табибы, медицина тикшеренеүе үткәндә үк,  Юляла УЗИ ярҙамында аномалия таба һәм ихтимал булған өҙлөгөүҙәр тураһында иҫкәртә.

Ҡыҙҙың әсәһе, дүрт бала тәрбиәләгән Татьяна С., хәлдең етдилеген бик яҡшы аңлай. 26 ғинуар кисендә Стәрлетамаҡ бала табыу йорто персоналы пациентты ашығыс рәүештә республиканың баш ҡалаһына оҙатыу тураһында ҡарар ҡабул итте. Төнгө сәғәт өстә Юляны «Ашығыс ярҙам» менән Перинаталь үҙәккә алып китәләр. Бала табыу тулғағы  юлда башлана. Үҫмер ҡыҙҙың әсәһе Татьяна әйтеүенсә, уның ҡыҙының кесарев киҫелеше өсөн бөтә медицина күрһәтмәләре була. Әммә Перинаталь үҙәктә башҡаса эш итергә ҡарар итәләр. Йәш әсә, аномалияһы булыуына ҡарамаҫтан, баланы үҙе таба.

Малай донъяға килгәс, палатаға, йәнәһе, медицина хеҙмәткәрҙәре аномалия менән сирләгән пациентты ҡарарға йүгерә. Табиптар бала табыусыны коллегаларына уникаль осраҡ итеп күрһәтә һәм үҫмерҙең әсәһе ризалыҡ бирмәһә лә, социаль селтәрҙә баҫтырып сығара.

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында был хәлгә рәсми аңлатма бирҙеләр. Ведомство медицина эшмәкәрлегенең сифатын һәм хәүефһеҙлеген контролдә тотоу сиктәрендә тикшереү башланыуы тураһында хәбәр итте. Процедура яҡынса 30 эш көнөн ала, һөҙөмтәләр тураһында өҫтәмә хәбәр итергә вәғәҙә бирәләр.

Ғәйепләүҙәрҙең ни тиклем нигеҙле булыуын тикшереү күрһәтәсәк.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас