

Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Еңел көндәргә өмөт итмәгеҙ. Дүшәмбенән үк аралашыуҙа төрлө ҡыйынлыҡ башланыр, моғайын. Эштәрегеҙгә ҡыҫылырға теләүселәр ҙә күбәйер. Юҡ-бар өсөн үпкәләшеүҙәр ҙә булыр.
Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Аҙна үтә ауыр булмаҡсы. Икенсе кешеләрҙең эшен дә башҡарырға тура килер. Төҙөгән пландарығыҙҙы йыш үҙгәртерһегеҙ. Ярҙам өмөт иткәндәр һүҙҙәрендә тормаҫ. Һәр хәлдә тыныс булырға тырышығыҙ.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Һәйбәт осор. Шишәмбе һәм кесе йома уңайлы килер. Бәғзеләр был арала ышаныслы фекерҙәш табыр. Шаршамбынан һуң дөйөм хәлегеҙ кире яҡҡа үҙгәрер. Яҡын кешеләрегеҙ менән дә кәрәкмәгән бәхәстәр килеп сығыр кеүек.
Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Был арала ҡыйынлыҡтар күбәйер. Йондоҙҙар иңегеҙгә артыҡ йөкләмә алырға кәңәш итмәй – мөмкинлектәрегеҙ күп түге. Йомала алыҫтан яҡшы хәбәр килер.
Буға (21.04 – 21.05)
Көндән-көн гел яҡшы яңылыҡтар килеп торор. Күпселектә был элек башҡарған эштәрегеҙҙең һөҙөмтәһе булыр. Был арала тағы ла бер-нисә ыңғай һүҙ ишетерһегеҙ. Тик башығыҙ әйләнеп китмәһен!
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Нигеҙҙә, үҙ көсөгөҙгә генә таянығыҙ. Шулай ғына уңышҡа өлгәшерһегеҙ. Ярҙам-терәк өмөт иткәндәр һәр саҡтағыса һүҙендә тормаҫ. Шаршамбыла ниндәйҙер эшегеҙ уңмаҫ. Алда уңайлы ваҡыт булыр әле.
Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Һеҙҙең тирәләге ваҡиғаларҙы ашыҡтырмағыҙ, бөтәһе лә үҙ яйы менән барһын. Йондоҙҙар яңы эштәрегеҙ ваҡытлыса башҡармаҫҡа ҡуша. Башта элеккеләрен тамамлағыҙ. Кесе йомала бәхетле мәл кисерерһегеҙ.
Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)
Аҙна бер аҙ ауырыраҡ килергә оҡшай. Ваҡ-төйәк кире хәлдәр күп ваҡытығыҙҙы алыр һәм эсегеҙҙе бошорор. Яҡын кешеләрегеҙ менән дә уртаҡ тел табыуы ауырлашыр, моғайын. Шаршамбыла һеҙҙән айырыуса түҙемлек талап ителер.
Ҡыҙ (24.08 – 23.08)
Һирәк осрай торған яҡшы осор көтә. Бөтөн ҡатмарлы хәл еңел генә һеҙҙең файҙаға тамамланыр. Яҡындарығыҙҙан һәр саҡ ярҙам-терәк булыр. Кесе йомала үҙегеҙҙе ыңғай күрһәтә алырһығыҙ.
Үлсәү (24.09 – 23.10)
Күптән борсоған мәсьәлә был арала ыңғай хәл ителер. Шаршамбыла етди һөйләшеү булыуы ихтимал. Бәғзеләр ниндәйҙер дөйөм эш тураһында фекер алышыр. Был арала алған тәжрибәгеҙҙән киләсәктә кәрәге тейер.
Саян (24.10 – 22.11)
Аҙна барышында йондоҙҙар ашыҡмаҫҡа, һәр аҙымығыҙҙы үлсәп яһарға ҡуша. Аралашыуҙа ла бик һаҡ булыуығыҙ хәйерле. Боҙолған мөнәсәбәттәрҙе бик оҙаҡ тергеҙерһегеҙ.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Ҡәҙимге аҙна. Яҡшы хәбәрҙәр даими килеп торор. Кемдер күптәнге бурысын ҡайтарыр, бәлки. Уның мотлаҡ аҡсалата булмауы ла мөмкин. Йомала һирәк осрай торған бәхетле мәл кисерерһегеҙ, буғай.
ӨМӨТБАЙ.