+17 °С
Болотло


Юл-транспорт ваҡиғаһы Салауатта була, тип хәбәр итә республиканың дәүләт автоинспекцияһы.
Еңел автомобиль менән идара итеүсе 42 йәшлек ҡатын, 24 йәшлек Kia Rio водителенә өҫтөнлөк бирмәй. Һөҙөмтәлә улар бәрелешә. Автоледи һәм уның бәлиғ булмаған пассажиры төрлө ауырлыҡтағы йәрәхәттәр ала. Зыян күреүселәрҙе дауаханаға алып киләләр. Ваҡиға шарттары асыҡлана.