- Мин битемде йәшәртеү өсөн диспорт эшләтәм һәм шулай уҡ бер аҙ иренде лә ҡабарттырам. Иренемдең еп кеүек нәҙек булыуы оҡшамай. Миңә яҙылыусыларым бер операцияға яһатҡас, гел яһатҡың килеп, матурлыҡ өсөн төрлө алымдар йыш ҡулланырһың инде, тип әйткәйнеләр. Ысынлап та, туҡтап булмай. Матур булғы килә бит. Алдағы көндәрҙә түш тә яһатырға ине, - ти Миләүшә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, билдәле блогер быға тиклем ашҡаҙанын бәләкәсәйтте, битен тарттырҙы. Ошо процедураларҙан һуң ул йәшәреп, матурайып китте.