Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Ғинуар , 10:20

Альбина Килдейәрованы бала табыу йортонда алмаштырғандар

Үҙ ата-әсәһе өс йәше тулғас ҡына табылған.

Альбина Килдейәрованы бала табыу йортонда алмаштырғандар
Альбина Килдейәрованы бала табыу йортонда алмаштырғандар

Билдәле йырсы, "Туған тел" телеканалы алып барыусы Альбина Килдейәрованың мажаралары донъяға тыуғас та башланған булған. Уны бала табыу йортонда уҡ, яңылыш, күрше ҡыҙы менән алмаштырғандар. Ул өс йәшенә тиклем күрше ғаиләлә йәшәй. Хәл былай була...

1982 йыл. Әбйәлил районының Ҡушый ауылындағы йәш ғаилә – Зәйнәп менән Юлай – тәүге сабыйын көтә. Бер көндө буласаҡ әсә, кинәт кенә ауырый башлай. Ире Юлайға: “Бәпәйебеҙҙе алып ҡайтырға ваҡыт етте,” – ти, Зәйнәп. Ҡатынының хәлен аңлап алған Юлай, хафаланып, машина эҙләргә тышҡа атыла. Урамда ул күршеһе Уралды осрата. Уның ҡатыны ла бәпәйгә ауырып киткән икән. Ауылда дауахана юҡ. Бер аҙҙан, ирле-ҡатынлы ике йәш ғаилә, район үҙәгенә елдерә, әммә район үҙәге Асҡарҙа уларҙы ҡабул итмәйҙәр.

– Улай булғас, әйҙә, Магнитҡа, – ти, улар бер тауыштан. Әммә бәпәйҙәре, бына-бына тыуыр минуттарын белдерә башлай. Магнит ҡалаһына барып өлгөрмәйәсәктәрен аңлаған буласаҡ атайҙар, машиналарын юл ыңғайында ятҡан “Ҡыҙыл Башҡортостан” совхозы дауаханаһына турылай.

Шулай итеп, 15 минут ваҡыт айырмаһы менән, ут күршеләрҙең бер үк ваҡытта ҡыҙ балалары донъяға килә. Шәфҡәт туташы, яңы донъяға килгән бәпәйҙәрен, әсәләренә күрһәтеп тә тормай. Юрғанға төрөп, сабыйҙарҙы айырым палатаға урынлаштыра. Балаларҙы үлсәп, йыуындырып, ҡулдарына бирка тағып, төрөп мәшәҡәтләнгән арала, үҙе лә абайламай, биркаларын алмаштырып таға. Шулай, яңылыштан, балалар буталып китә. Билдәле, шәфҡәт туташы сабыйҙарҙы насар уй менән алмаштырмай.

Юлай менән Зәйнәп сабыйҙарына – Гөлгөнә, ә Урал менән Йәнифә – Альбина тип исем ҡуша.

Шулай бер заман күрше-тирә Гөлгөнәнең – Йәнифә апайҙар, ә Альбинаның Зәйнәп апайҙар яғына тартҡанын сырамыта. Был Йәнифә апайҙың күңеленә шик һала. Ҡыҙҙар өс йәш самаһына еткәс, ике ғаилә лә, кәңәшләшеп, Өфөгә юллана. ДНК һөҙөмтәһе бөтөн шик-шөбһәгә нөктә ҡуя: сабыйҙар ысынлап та алмашынған!

Нисек кенә ауыр булмаһын, күршеләр, ҡыҙҙарҙы алмаштырып алалар, ә исем ҡағыҙын яңыртып тормайҙар. Хәҙер Гөлгөнә ­– Альбинаға, ә Альбина Гөлгөнәгә әүерелә.

Тәпәй баҫҡандан алып, “Миллион алһыу раузалар” йырын яратып йырлаһа ла, мәктәп йылдарында “йондоҙ” булып балҡымай. Шулай ҙа бала саҡтағы хыял-маҡсатын бер һүҙһеҙ тормошҡа ашыра Альбина Килдейәрова.

Уға киләсәктә эстрада күгендә үҙенсәлекле йондоҙ булып, тағы ла сағыуыраҡ балҡырға, ижад итергә яҙһын!

"Аманат" журналынан

Автор: Гөлнара Солтанова
Читайте нас