Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Ғинуар , 18:19

Иң ҙур теләк - тиҙерәк һуғыш бөтһөн!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың быйылғы Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһенә ҡарата Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Илшат Рәхмәтуллин үҙ фекерен белдерҙе.

Иң ҙур теләк - тиҙерәк һуғыш бөтһөн!
Иң ҙур теләк - тиҙерәк һуғыш бөтһөн!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың быйылғы Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһенең төп темаһы – махсус хәрби операция булды. Башҡаса булыуы ла мөмкин түгел. Бөйөк Еңеүҙе яулаған ата-бабаларыбыҙҙың хәрби данына тап төшөрмәй, яу яландарында батырлыҡтар ҡылған махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар - беҙҙең геройҙарыбыҙ. Уларға, уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү - мөҡәддәс бурысыбыҙ. Республика яугирҙарыбыҙға ярҙам итеү өсөн барыһын да эшләй, тип әйтеүебеҙ ҡоро, буш һүҙҙәр түгел. Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың яҡындары өсөн 54 төрлө ярҙам сараһы ғәмәлдә. Бөгөнгө көндә махсус хәрби операция барған фронт менән тылдың, халыҡтың берләшеүе аша, һәр беребеҙҙең үҙ урынында яуаплы хеҙмәте аша, киләсәк быуындарҙың именлеген тәьмин итәбеҙ. Беҙҙең көсөбөҙ ошо берҙәмлектә. Радий Хәбиров билдәләүенсә, "Барыһы ла Еңеү өсөн - бөгөн был беҙҙең өсөн иң мөһиме". Ошо һүҙҙәрҙә беҙҙең иң оло теләгебеҙ сағылған - тиҙерәк һуғыш бөтһөн, яугирҙар еңеү менән әйләнеп ҡайтһын!

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

 

Автор: Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас