Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Ғинуар , 16:05

"Еңеү өсөн хәл иткес йыл булыр"

Бөгөн БР Башлығы  РБ Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны.  Дөйөм Рәсәй  халыҡ фронты башҡарма комитетының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһе етәксеһе Виталий Брыкин республика етәксеһенең сығышына ҡарата үҙ фекерен белдерҙе.   

"Еңеү өсөн хәл иткес йыл булыр"
"Еңеү өсөн хәл иткес йыл булыр"

– Башҡортостан Башлығы үҙенең Мөрәжәғәтнамәһендә махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙарға  ярҙам итеүҙе айырым билдәләп үтте. Республика халҡы , район-ҡала хакимиәттәре тарафынан Еңеү өсөн  йүнәлтелгән дөйөм ярҙам саралары бойомға ашырылырға, 2026 йыл  Еңеү өсөн хәл иткес йыл булырға тейеш. Ирекмәндәрҙең дә МХО-ға ярҙамын аныҡ тойҙоҡ, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика етәксеһе.  Уртаҡ маҡсатлы ирекмәндәр ойошмалары үҙҙәренән-үҙҙәре ойошто һәм уларға һәр кем ҡулдан килгәнсә әүҙем ярҙам итергә тырыша.Тыуған яҡтарына ҡайтҡан яугирҙарҙы реабилитациялау, уларҙы эшкә урынлаштырыу мәсьәләһен хәл итеү мөһимлеге лә әйтелде сығышта. Был бурыстарҙың барыһы ла киләсәктә хәл ителер, тип уйлайым.

Автор: Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас