Вадим Кәримов тәүге тапҡыр алғы һыҙыҡҡа барған көндө һис ҡасан онотмаясаҡ: ерҙе тетрәткән артиллерия гөрһөлдәүе, шартлауҙар, ҡысҡырыуҙар хас та кинолағы һымаҡ тойола. Баш осонда ғына ҙур тиҙлектә осҡан үлемесле дрондар һиҫкәндерә, йөрәкте тертләтә. Бар тирә-яҡтан - һауанан да, ерҙән дә үлем сәселгән һымаҡ, үҙ-үҙеңде һаҡлау инстинкты ҡайҙа булһа ла йәшенергә, әжәл утынан ҡасырға этәрә. Ләкин бала сағынан сос, шуҡ егет юғалып ҡалмай, үҙен һәм эш ҡоралын - дронын тиҙ генә ҡулға алып, хәрби бурыстарын үтәргә керешә – ул БПЛА операторы, штурмлаусылар төркөмөнөң фәрештә-һаҡсыһы ише “күҙҙәре”:
- Егеттәр, ипләп... улар һул яҡта ултыра... хәҙер, бер секунд... таҙа... уң яҡтан урап үтегеҙ...
...Кушнаренко районының Яңы Ҡормаш ауылында тыуып-үҫкән Вадим - Вәзил Фәрит улы менән Лира Зәвил ҡыҙы Кәримовтарҙың баш балаһы. Ҡаны ҡайнап торған тиктормаҫ, үткер малайға мәктәптә оҙо-он дәрестәр буйына бер урында ултырып сыҙауы еңел түгел. Әлдә тәбиғи һәләттәрен асырға ярҙам иткән, ташып сығып барған энергияһын дөрөҫ йүнәлештә файҙаланырға өйрәткән физкультура уҡытыусыһы Тәскир Ғилметдинов менән хеҙмәт дәрестәре уҡытыусыһы Илфир Әхмәтйәнов бар. Саңғы ярыштарында әүҙем ҡатнашҡан, призлы урындар яулаған Вадимды бер заман биология дәрестәре лә ифрат ҡыҙыҡтыра: микроскоп аҫтында һуғанбаштың киҫемен тикшереү, үҙ яйҙарына йәшәгән инфузория-туфелька, амеба менән “танышыу”, һөйрәлгән, шыуышҡан, йөҙгән, осҡан, һикергән миллиондарса тере организмдарҙың барлығын белеү – быларҙың барыһы ла аң офоҡтарын киңәйтеп ебәргән оло асыштары. Ләкин киләсәктә кем булаһың, тигән һорауға малайҙың яуабы бер ҡасан да үҙгәрмәй: “Хәрби кеше булам!” Маҡсатына өлгәшә тырыш Вадим, хәрби училищеға уҡырға инә һәм... өсөнсө курстан һуң уҡыуҙы ташлай. Ауырлыҡтар ҡурҡытмай уны, дуҫ-иптәштәренең күңелле, еңел тормошо ылыҡтыра, күҙен ҡыҙҙыра. Казарманан ситкә сыға алмай көнө-төнө белем эстәгән, устав буйынса ғына йәшәгән курсант иркен тормошта рәхәтләнгән - клуб-кафеларға йөрөгән, ҡыҙҙар баҫтырған, машиналарҙа елдергән тиҫтерҙәренә ҡарап зарыға. Ә бит уның да “семерка”һы гаражда тора! Йәшлек шауҡымына бирелгән Вадим ауылына ҡайтып төшә. Һуңынан үҙенең хаталаныуын аңлап, терһәген тешләрҙәй үкенә.
- Махсус хәрби операцияға үҙ иркем менән барҙым, быға илһөйәрлек тойғоһо ла, күңелемдә һүрелмәгән хәрби кеше булырға ынтылыуым да булышлыҡ итте, - тип һөйләй “Татар” позывнойлы Вадим Кәримов. – Һуғышҡа юлланыуымды әнкәйем менән һеңлем белмәй ҙә ҡалды. Барып еткәс кенә әйттем. Башта симуляторҙа дрон менән идара итергә өйрәндек, аҙаҡ полигонда. Һәнәктән башҡа нәмә күрмәгән ауыл балаһы өсөн компьютерҙа дронды ауыҙлыҡларға маташыу, әлбиттә ҡыҙыҡ ине. Ҡомар асылып китә, квадрокоптерҙарҙы бирелеп, мауығып үҙләштерәһең. Һуңынан яуаплылыҡ тойғоһо уяна, үҙеңдең ниндәй оло көскә эйә булыуыңды аңлайһың. Миндә “диджей мавик”, ике ФПВ, ҡалғандары “камикадзе” булды. Разведка менән дә шөғөлләндем, шартлатҡыстар яһап, “бүләктәр” ҙә ебәрҙем. Беренсе төркөмдө оҙата барғанда дошмандар мине күрҙе, һөжүм иттеләр (улар өсөн һин - мөһим сәп). Бер нисә сәғәт буйына ҡыбырламай ятырға тура килде. Йәшәгең килһә ятаһың. Аҙаҡ тороп йүгерҙем. Арыу оҙаҡ ҡына эҙләнеләр. Яуҙашым “Кубань” менән көнмө-төнмө, ҡойоп ямғыр яуамы, эҫелек тынды ҡурамы – бер нимәгә ҡарамай төрлө позицияларға сығып китәбеҙ, хәрби заданиены үтәгәс, ҡайтып доклад яһайбыҙ. МХО-ла дрон - иң кәрәкле ҡорал. Һөжүм итер алдынан “ҡошсоҡтар” ярҙамында разведка мотлаҡ. Егеттәрҙе штурмға дошмандың ҡайҙа ултырғанын, ҡоралдың ҡайҙа булыуын белеп ебәрергә кәрәк. Беҙ быларҙың барыһын да штурмлау төркөмө артында барған саҡта ла күрәбеҙ, әйләнә-тирәне күктән күҙәтәбеҙ. Дошмандың да радиоэлектрон көрәш саралары ҡеүәтле, шулай уҡ йылылыҡ приборҙары күрмәгән пленкалар ҙа барлыҡҡа килде. Әммә беҙ дошмандың пилотһыҙ осоусы аппараттарын тоторға, үҙгәртергә һәм уларҙың үҙҙәренә кире ебәрергә өйрәндек.
Бер яу барышында яугирҙар ут аҫтына эләгә. Контузия алған Вадим шаңҡыған хәлдә командирҙың йән биргәнен белмәй, уны эләктерә лә, үҙебеҙҙекеләр яғына алып сыға... Һуғышта яҡташыбыҙ өс контузия ала, ике тапҡыр яралана.
Бахмут янындағы алышта тәне иләктәй тишкеләнгән яугир аҡтыҡ көсөн йыйып, блиндажға инә, ҡанды туҡтатыу өсөн турникетлы жгут һала. Үлтереп һыу эскеһе килә. Ә артиллерия уты тымырға уйламай ҙа, снарядтар шартлауы яҡынайғандан яҡыная. Тәне ярсыҡтарҙан теткеләнгән, ҡанға батҡан Вадим, былай булғас, эштәр харап, бөттө баш, хәҙер берәй снаряд өҫкә генә төшәсәк икән, тигән төшөнкө уйҙарға бата. Тора-бара ут туҡтай, дошмандар операторҙы юҡ иттек, тип тыныслана. Үлер сиккә еткән яҡташыбыҙҙы, бәхетенән, беҙҙекеләр эҙләп таба һәм госпиталгә оҙата. Тәненән ярсыҡтарҙы сүпләгән хирург: “Һин йә бик яҡшы кеше, йә һин кемгәлер бик кәрәкһең. Һиндә бөтә яралар ҙа хәтәр - бер миллиметрға ғына ситкәрәк эләкһәләр, әжәл менән осрашыр инең”, - тип башын сайҡай. Мөһим ағзаларға яҡын урынлашҡанға, 47 ярсыҡтың 14-ен табиптар ала алмай.
Хәрби бурыстарын үтәгәндә күрһәткән ҡаһарманлыҡтары өсөн Вадим Вәзил улы Батырлыҡ ордены менән наградланған. Һуғыштан әйләнеп ҡайтып, табиптар ярҙамында аяғына баҫҡан, бөгөнгө көндә хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләп йөрөгән ҡыйыу яҡташыбыҙҙың күңелендә киренән МХО-ға барыу ниәте моронлай: “Унда иптәштәрем... Йәштәрҙе лә дрондар менән идара итеү нескәлектәренә, яуҙағы хәүефһеҙлеккә өйрәтергә ине. Еңеү мотлаҡ беҙҙең яҡта буласаҡ. Башҡаса булыуы ла мөмкин түгел!”
Фото: Вадимдың шәхси альбомынан.