"Ҡайтам"-тиеп киткән уландарҙың,
Өҙөлдөләр ситтә ғүмерҙәре.
Туҡтат Раббым зинһар һуғыштарҙы,
Түктермәсе әсе йәштәрҙе.
Йылы яҡҡа осҡан аҡҡоштарҙың,
Ҡанаттары ғына талмаһын.
Ер өҫтөндә көҙҙөң һуңғы айы,
Тәүге ҡарҙар ерҙе ҡапланы.
Аҡҡоштарҙың ҡанаттары нығый,
Оса-оса оҙон юлдарҙа.
Оҙон ғүмер теләп үҫтерәбеҙ,
Иң ҡәҙерле ул һәм ҡыҙҙарҙы.
Йә Аллаһым зинһар бирсе беҙгә,
Тыныс донъя,имен балалар.
Кем тергеҙер беҙҙең киләсәкте,
Сит ерҙәрҙә ауһа уландар.
Көҙҙәр үтер,килер бурандары.
Яҙҙар еткәс ҡайтыр ҡоштар ҙа.
Тик ҡайта(а)лмаҫ тыуған яҡтарына,
Кемдәр ауған ауыр юлдарҙа.
Доғаларын уҡып көттөләр,
Әсәләре ғәзиз улдарын.
Оҙон юлға ҡарап торҙолар,
Маңлайҙарға ҡуйып ҡулдарын.
Өмөт итеп көткән әсәләрҙең,
Доғаларын Раббым ҡабул ит.
Ҡоштарҙа бит үҙ ҡанаттарында,
Тыуған ергә осоп ҡайта бит.
Фәниә Сыңғыҙова(Мөхәмәтшина)