Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Января , 06:30

Бер кем дә онотолмай...

Радий Хәбиров беҙҙең медицина йәмәғәтселегенең башланғысын хупланы һәм Республика һуғыш ветерандарының клиник госпиталенә табип-хирург Михаил Каменевтың исемен бирергә тәҡдим итте.

Бер кем дә онотолмай...Бер кем дә онотолмай...
Бер кем дә онотолмай...

Доброволец табип, медицина взводы командиры Михаил Каменев 2023 йылдың ноябрендә Авдеевка янында яралы яугирҙарҙы яу яланынан эвакуациялаған ваҡытта һәләк була. Уларҙың санитар машинаһын пилотһыҙ осоу аппараты эҙәрлекләй башлай. Ул яралыларҙы ташламай, аҙаҡҡаса һөнәри бурысына тоғро ҡала. Бөтәһе лә һәләк була. Президент Указы менән медицина хеҙмәте лейтенанты Михаил Каменев Батырлыҡ ордены менән наградланды (үлгәндән һуң).

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас