

Кәңәшмә «Урал-батыр» эпосы көнөн әҙерләүгә һәм үткәреүгә арналған. Белеүегеҙсә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Указы менән 8 июнь Урал-батыр эпосы көнө тип иғлан ителде.
"Был көн үҙ тамырҙарыбыҙ, халҡыбыҙҙың рухи көсө һәм ҡиммәттәре хаҡында иҫкә төшөргән көнгә генә ҡайтып ҡалырға тейеш түгел. Иң беренсе нәүбәттә "Урал батыр" эпосының потенциалын аңлап етмәйбеҙ әлегә (быны "Ай йола" төркөмө аныҡ иҫбатланы), ҡуллана белмәйбеҙ. Шуның өсөн төрлө юҫыҡта концептуаль эш алып барырға кәрәк. "Урал батыр" эпосын ныҡлы өйрәнеп тик мәғрифәт, мәҙәниәт, матбуғат өлкәләрендә генә түгел, ә бәлки, иң тәүҙә туризм, һөнәрселек, төҙөлөш, сауҙа һ. б. иҡтисад өлкәләрендә лә ҡулланырға кәрәктер. Был эште ҙур яуаплылыҡ менән башлайбыҙ. Кемдең беҙҙең эш төркөмдәрендә ҡатнашырға теләге бар шәхси яҙығыҙ. «Урал батыр» — ул беҙҙең көсөбөҙ, хәтеребеҙ һәм яуаплылығыбыҙ", тип яҙған Урал Таһир улы МАХ-тағы каналында.
Фото: max.ru/kilsenbaev.
Беҙҙе лә МАХ-та уҡығыҙ!