Яҡташыбыҙ, Татарстандың атҡаҙанған артисы, билдәле башҡарыусы Гөлнара Тимерйәнова элекке ире менән булған конфликт тураһында һөйләне.
Йырсы хәбәр итеүенсә, элекке ире менән аралашыу баланы ҡарау менән генә сикләнә.
Суд бәхәстәренең сәбәбе булып парҙың, бергә йәшәгән осорҙа төҙөлгән йорт менән бәйле, мөлкәтте бүлеү проблемаһы тора.
– Беҙ уртаҡ ҡыҙыбыҙ өсөн генә бәйләнеш тотабыҙ, сөнки уның арҡаһында мин даими рәүештә суд ултырыштарына йөрөргә мәжбүрмен.
Утыҙға яҡын тыңлау үткәрелде. Ҡасандыр ул мине ҙур кредиттар менән ҡалдырҙы, уларҙы тулыһынса түләргә тура килде. Бөгөн бәхәс сәбәбе булып «әсәлек капиталы»н ҡулланыу тора. Элекке ирем мине йорт төҙөүгә «әсәлек капиталы» аҡсаһын һалырға күндерҙе, тап ошонда бөтә ғаилә менән йәшәйәсәкбеҙ, тип раҫланы. Әммә беҙҙең айырылышыуға һигеҙ йыл үтте, ә минең күсемһеҙ милеккә милек хоҡуғым бер ҡасан да рәсмиләштерелмәне. Уның урынына элекке ирем был капиталды үҙенең ипотекаһын ҡаплау өсөн ҡулланды, беҙҙе торлаҡҡа законлы хоҡуҡтарҙан мәхрүм итте. Хәҙер мин суд аша минең һәм ҡыҙымдың законлы торлаҡ өлөшөн кире ҡайтарырға тырышам. Әгәр ул беҙҙең өлөштөң аҡсаһын кире ҡайтармаһа, беҙҙе үҙ йортонда йәшәтергә бурыслы. Бындай хәлдең мөмкин түгеллеге билдәле, шуға күрә суд дәғүәһе дауам итә. Бәхеткә күрә, ҡыҙыбыҙ менән атаһы бер-береһенә яҡшы мөғәмәлә, һәм ул балабыҙ хаҡында ихлас хәстәрлек күрә, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Гөлнара Тимерйәнова.
Әйткәндәй, Гөлнара Тимерйәнова сығышы менән Борай районының Салҡаҡ ауылынан.