

Форумда ҡатнашыусылар Республика менән идара итеү үҙәге, Студенттар кампусы һәм Өфө хакимиәтенең ситуация үҙәге менән танышты.
“Торатау” конгресс-холында үткән сараның эшлекле өлөшөндә ҡатнашыусылар Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән осрашты, иҡтисадтың төрлө тармағы вәкилдәре менән илебеҙҙең киләсәк үҫешен тәьмин итеүгә йүнәлтелгән көнүҙәк мәсьәләләр хаҡында фекер алышты. Мәҫәлән, “Индустрия булараҡ туризм:муниципалитеттың үҫеше өсөн мөмкинлектәр” тигән темаға “түңәрәк өҫтәл” артында һөйләшеүҙә һүҙ төбәктә туризмды үҫтереү юлдары һәм мөмкинлектәре хаҡында барҙы. РФ Дәүләт Думаһының Туризм һәм туризм инфраструктураһын үҫтереү буйынса комитет рәйесе урынбаҫары Татьяна Лобач үҙенең сығышында Рәсәйҙең туризм үҫешкән төбәктәрен билдәләп, уларҙың эш тәжрибәһе менән таныштырҙы. “Беҙ хәҙер дөйөм туризм индустрияһы тураһында һүҙ алып барабыҙ, сөнки туризм илебеҙ иҡтисады үҫешендә төп урындарҙың береһен биләй. Туризм – ул яңы иҡтисади йүнәлеш, дәүләтебеҙҙең оҙайлы ваҡытҡа иҫәпләнгән стратегияһының өҫтөнлөктәренең береһе. Рәсәй Президенты Владимр Путин илдә туризмды үҫтереү буйынса аныҡ бурыстар ҡуйҙы. Уның буйынса эшләйбеҙ. 2024 йылда был йүнәлештә бик ныҡ алға китеш һиҙелһә, 2025 йылда инде ышаныслы аҙымдар менән алға барыуыбыҙ күҙәтелде” – тине ул.
“Һәр турист ниндәйҙер илгә сәйәхәткә барғанда шунда күпмелер аҡса ҡалдырып китә. Мәҫәлән, 2025 йылда туристар сәйәхәт өсөн дөйөм алғанда 1,3 трлн аҡса тотонған. Былар бөтәһе лә беҙҙең аҡса. Элек улар сит илгә киткән булһа, хәҙер беҙҙең маҡсат – был аҡсаларҙы үҙебеҙҙең илдә ҡалдырыу һәм Ватаныбыҙҙың тәбиғи байлығы, матурлығы, тарихи ҡомартҡылары, милли хазинаһы менән таныштырыу”, – тип Татьяна Георгиевна, муниципалитет, министрлыҡ етәкселәренә мөрәжәғәт итте.
РФ Дәүләт Думаһы депутаты илебеҙҙә туризмды үҫтереү сараһы булараҡ, турист һалымы индереүҙе тәҡдим итте. Ул күрһәтелгән хеҙмәттең хаҡынан бер процентынан юғары булырға һәм 100 һумдан кәм булырға тейеш түгел. Татьяна Георгиевна фекеренсә, был һалым аныҡ маҡсатҡа йүнәлтелеп, һәр төбәктә туризмды үҫтереүгә байтаҡ өлөш индерер ине.
Фото:Ю.КӘРИМОВ.