Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Ғинуар , 05:00

Тағы бер "Герой партаһы" барлыҡҡа килде

Ғафури районы Сәйетбаба ауылында яҡташтары Филүс Лоҡмановтың яҡты иҫтәлегенә “Герой партаһы” асылды. Был бөтә ауыл өсөн мөһим ваҡиға.

Тағы бер "Герой партаһы" барлыҡҡа килдеТағы бер "Герой партаһы" барлыҡҡа килде
Тағы бер "Герой партаһы" барлыҡҡа килде

 Уны асыу тантанаһында ауыл биләмәһе депутаттары Венер Ҡунафин менән Лилиә Ғәзизова, геройҙың туғандары, дуҫтары, ауылдаштары, мәктәп уҡытыусылары һәм уҡыусылар ҡатнашты.   Улар Филүс Лоҡмановтың тормошо һәм батырлығы тураһында иҫтәлектәре менән бүлеште, уҡыусылар башҡарыуында уның хөрмәтенә шиғырҙар һәм йырҙар яңғыраны. Геройҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алдылар.

 Сығыш яһаусылар “Герой партаһы”ның мәктәп интерьерының бер элементы ғына түгел, ә ҡаһарманлыҡ, намыҫ һәм тыуған илгә тоғролоҡ билдәһе булыуын билдәләне.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас