Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Января , 06:05

Ҡот осҡос! Эшсене станок һөйрәп алған

Ир эш урынында йән биргән.

Ҡот осҡос! Эшсене станок һөйрәп алғанҠот осҡос! Эшсене станок һөйрәп алған
Ҡот осҡос! Эшсене станок һөйрәп алған

Хеҙмәт инспекцияһы Өфө предприятиеһының 28 йәшлек хеҙмәткәре һәләк булған бәхетһеҙ осраҡты тикшереүҙе тамамланы. Был хаҡта ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр. Уҙған йылдың 9 октябрендә токарь-винторезка станогында эшләгәнендә, ЧПУ операторының ҡулы механизмға инеп китә, һөҙөмтәлә хеҙмәткәр башы менән ҡорамалдың әйләнеү элементына бәрелә. Алынған йәрәхәттәрҙән ул фажиғә урынында вафат була.

 Асыҡланыуынса, ЧПУ операторына инструктаж һәм стажировка үткәрмәйенсә эшләргә рөхсәт итәләр. Бынан тыш, станоктың техник экспертизаһы күрһәтеүенсә, оператор инструмент сифатында болгарка өсөн тәғәйенләнгән ике абразив түңәрәкте ҡулланған. Ул эшкәртеү ваҡытында деталде ҡулында тота, уны әйләнеүсе абразив түңәрәккә ҡыҫа. Сөнки станокта эшкәртелгән деталде нығытыу һәм тотоу өсөн ҡулайламалар һәм таяуҙар булмай.

БР Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы етәксеһе Татьяна Астрелина аңлатыуынса, предприятиела токарь-винторезка станогын конструкцияһын үҙ белдеге менән үҙгәрткән  булалар һәм ул тәғәйенләнеше буйынса түгел, ә инструменттарҙы һәм деталдәрҙе абразив эшкәртеү, һәм үткерләү өсөн ҡулланылған.

Тикшереү материалдары тәфтиш органдарына тапшырылған.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас