Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Ғинуар , 16:20

Ниндәй ризыҡ күпме һаҡлана?

Һәр ризыҡты һаҡлау ваҡыты бар.

Ниндәй ризыҡ күпме һаҡлана?
Ниндәй ризыҡ күпме һаҡлана?

 

 Макарон. Бүлмә температураһында бер йыл һаҡлана. Дымлы һауала ул күгәрә.

 Үҫемлек майы. Шешәләге көнбағыш майы ҡараңғы урында 18  градуста дүрт ай һаҡлана. Температура тағы ла юғарыраҡ булһа, үҫемлек майындағы файҙалы май кислоталары  әсей. Ағыуға әйләнә.

 Йомортҡа. 2-6 градуста йылыла йомортҡа 2-3  аҙна һаҡлана. Оҙағыраҡ һаҡлаған һайын сифаты ла түбәнәйә

 Әгәр оҙаҡ ятҡан ризыҡтарҙың сифаты шик уятһа, ҡулланмауығыҙ хәйерле.

Автор: Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас