

РФ ЭЭМ Салауат ҡалаһы буйынса бүлегенең наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә ҡаршы көрәш подразделениеһы хеҙмәткәрҙәре торлаҡ йорттарҙың береһенең подъезында 30 йәшлек Күмертау ҡалаһы кешеһен тотолған. Полицейскийҙар унан яҡынса 80 грамм синтетик тыйылған матдә алған. Ҡулға алынған кешенең Күмертау ҡалаһындағы фатирында тентеү ваҡытында электрон үлсәүҙәр, тәмәке тартыу өсөн ҡулайлама һәм 10-дан ашыу кәрәҙле телефон табылған. Уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының енәйәтте тикшере идаралығы хеҙмәткәрҙәре ирҙең үҙ йорто янындағы һарайҙа тротил шашкаларын законһыҙ һаҡлауын асыҡлаған. Тентеү һөҙөмтәһендә тикшереү-оператив төркөмө сәнәғәт тәғәйенләнешле 3 тротил шашкаһын алған. Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы һәм Рәсәй ФСБ-һының төбәк идаралығы тарафынан артабанғы оператив-эҙләү сараларын үткәреү барышында, был шартлатҡыс матдәләрҙе уға 20 йылдан ашыу элек ойошҡан енәйәтсел төркөмдә торған 50 йәшлек танышы биргәнлеге асыҡланған. Ул да оператив хеҙмәткәрҙәр тарафынан тотҡарланған.
Шартлатҡыс матдәләр буйынса ирҙәргә ҡарата енәйәт эштәре ҡуҙғатылған, суд ҡарары менән ике тотҡарланған кеше лә һаҡ аҫтына алынған. Был турала Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Фото: https://web.telegram.org/k/#@mvd_rb