РФ ЭЭМ Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса идаралығының дежур бүлегенә Стәрлетамаҡ районынан 40 йәшлек ир мөрәжәғәт иткән. Ир автомобиль һатып алырға йыйынғанда мутлашыусыларға тарыған.
Ул бер көн элек автомобиль һатып алыу-һатыу сайттарының береһендә телефонын күрһәтеп, автокомпанияға ғариза ҡалдырған. Бер аҙҙан уға менеджер шылтырата. "Белгес" машинаның яраҡлы моделен табырға ярҙам итә һәм ғариза биреүсене алдан түләү сифатында 400 мең һум күләмендә сумманы күсерергә күндерә. Ир күрһәтмәләргә буйһона һәм шәхси аҡсаһын юғалта. Артабан енәйәтселәр таможня үтеү өсөн һалым түләүҙе талап итә, әммә зыян күреүсе мутлашыусыларҙың хәйләләренә эләгеүен аңлай һәм һөйләшеүҙе туҡтата.
Тағы ла бер мутлашыу ҡорбаны - Нефтекама ҡалаһында йәшәүсе 64 йәшлек ҡатын. Пенсионерға инвестиция компанияһы вәкиленән шылтыратыу килә. Әңгәмәсе ҡатынға өҫтәмә эш хаҡы тәҡдим итә һәм тәүге килешеүҙәрҙе төҙөү өсөн «куратор» тәғәйенләй. «Белгес» күрһәтмәһе буйынса зыян күреүсе 500 мең һумға яҡын кредит рәсмиләштерә һәм алынған аҡсаны мутлашыусылар иҫәбенә индерә. Оҙаҡ хеҙмәттәшлек иткәндән һуң ҡатын дивидендтар алырға теләй, әммә шәхси кабинеты ябыла, ә «инвесторҙар» бәйләнешкә сығыуҙан туҡтай.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы иҫкә төшөрә: аҡса тураһында һүҙ башлауҙары менән һөйләшеүҙе шунда уҡ тамамлағыҙ. Һеҙгә бирелгән номерҙар буйынса шылтыратмағыҙ. Бер ҡасан да һәм бер кемгә лә смс кодтарын, банк карталары мәғлүмәттәрен, аккаунт паролдәрен бирмәгеҙ. Һылтанмалар аша үтмәгеҙ һәм тикшерелмәгән сығанаҡтарҙан ҡушымталар күсереп алмағыҙ. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: мутлашыусылар үҙҙәрен теләһә кем тип таныштыра ала һәм «хәүефһеҙ» йәки «махсус» иҫәптәр юҡ!
Фото: Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.