Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Января , 12:00

Киҙеүҙән һаҡланыу кәрәк

 Киҙеүҙән һаҡланыуҙың иң төп сараһы – прививка яһатыу. Әммә ул  сир таралмаҫ элек эшләнелә. Ә инде киҙеү эпидемияһы башланғас, башҡа һаҡланыу сараларын күрергә тура килә.

Киҙеүҙән һаҡланыу кәрәкКиҙеүҙән һаҡланыу кәрәк
Киҙеүҙән һаҡланыу кәрәк

Кеше күп йөрөгән урындарҙа булырға тырышмағыҙ. Шулай уҡ  ауырыуы билдәләре булған кеше менән бәйләнешкә инеүҙән дә һаҡланығыҙ.

Киҙеү эпидемияһы осоронда вирусҡа ҡаршы препараттарҙы ҡулланырға мөмкин. Улар   сәләмәтлек өсөн   хәүефле түгел, шунлыҡтан ололарға ла, балаларға ла ҡулланырға мөмкин.

Сир йоҡмаһын тиһәгеҙ, бит-ҡулдарҙы йышыраҡ һабынлап йыуырға кәңәш ителә. Айырыуса урамда, кеше күп йыйылған урында булғандан һуң.

 Эпидемия осоронда битлек кейеп йөрөргә лә тартынмағыҙ. Үҙегеҙ өсөн генә түгел, яҡындарығыҙ өсөн дә хәүеф аҙыраҡ булыр. Сөнки һеҙгә ауырыу эләкһә, йорттағыларға ла йоғоу ҡурҡынысы көслө.

Туҡланыу рационына С витаминына бай аҙыҡ-түлекте күберәк индерергә тырышығыҙ. Һуған менән һарымһаҡ та  организмдың сигә ҡаршы тороу көсөн арттыра.

Бүлмәләрҙе йышыраҡ елләтегеҙ,  йыйыштырығыҙ, йыуығыҙ.

Ауырыуҙың тәүге билдәләре  күренеү менән,  башҡаларҙы зарарламаҫ өсөн, өйҙә генә торорға  һәм тиҙерәк дауаланыуҙы башларға кәрәк.    Тәүге көндән үк дауалау курсын башлау яҡшы һөҙөмтә бирә.  

Яҡындарығыҙҙы зарарламаҫ өсөн уларҙан алыҫыраҡ йөрөгөҙ. Ауырыу сирләй башлағандың тәүге көндәрендә айырыуса зарарлы.  Һөйләшкәндә, сөскөргәндә, йүткергәндә ул бик күп вирус бүлеп сығара. 

Үҙаллы дауаланырға ярамай. Табип диагноз ҡуйып, дауалау  курсы  тәғәйенләргә тейеш.

Дөрөҫ дауаланыу өсөн  табиптың ҡушҡандарын еренә еткереп үтәү һәм дарыуҙарҙы ваҡытында эсеү мөһим.  Бынан тыш, мөмкин тиклем  күберәк шыйыҡлыҡ эсергә кәңәш ителә.  Бигерәк тә лимонлы, баллы, ҡарағат һәм ҡурай еләге ҡушылған сәй файҙалы.

Ата-әсәләр! Сирле балағыҙҙы мәктәпкә, балалар баҡсаһына ебәрә күрмәгеҙ.  Ғөмүмән, ауырыған кешегә  түшәк режимын тотоу кәрәк.  Сөнки хәлһеҙлектән йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы һәм башҡа органдар көсөргәнеш кисерә.

Тән температураһы 38 – 39 градусҡа күтәрелһә,  өйгә мотлаҡ  табип саҡыртырға кәрәк.

Ауырыу ятҡан бүлмәне даими рәүештә елләтеп торорға онотмағыҙ. Шулай уҡ еүеш сепрәк менән саңды  йышыраҡ һөртөп тороу ҙа зыян итмәй.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

 

    

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас