Көйөргәҙе районы буйынса полиция бүлегенең дежур часына медицина учреждениеһынан 45 йәшлек урындағы ҡатындың бысаҡ яраһы менән килтерелеүе тураһында хәбәр килгән.
Тәфтиш-оператив төркөм енәйәттә шикләнелгән элек хөкөм ителгән 68 йәшлек ирҙе тотҡан.
Тәүге мәғлүмәттәр буйынса, ир менән зыян күреүсе элек таныш булған. Шул көндө улар ирҙең өйөндә бергәләп спиртлы эсемлектәр эскән. Йорт хужаһына ҡунаҡтың иртә өйөнә ҡайтырға йыйыныуы оҡшамаған. Иҫерек хәлдә ул зыян күреүсенең күкрәгенә бысаҡ менән ҡаҙаған. Ҡатын күршеләренә тиклем йүгереп барып етә алған, улар уға ашығыс медицина ярҙамы саҡыртҡан.
Әлеге ваҡытта һаулыҡҡа ауыр зыян килтереү факты буйынса Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 111-се статьяһында ҡаралған енәйәт билдәләре буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ғәйепләнеүсе ҡулға алынған, тип хәбәр итә Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.