Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Ғинуар , 16:51

Дуҫының машинаһын урлаған

Әлшәй районында иҫерек водитель дуҫының автомобилен урлаған өсөн ҡулға алынған.

Дуҫының машинаһын урлаған
Дуҫының машинаһын урлаған

Раевка ауылында Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре шикле хәрәкәт иткән "ВАЗ-2115" автомобилен күргән. Туҡтатылғандан һуң, водителдең иҫерек булыуы асыҡланған.

Дәүләт автоинспекцияһы базалары буйынса тикшереү күрһәтеүенсә, егет бер ҡасан да шофёр таныҡлығы алмаған, ә тотҡарланған автомобиль башҡа кешенеке була. Материалдарҙы рәсмиләштереү барышында егет шул уҡ ауылда йәшәгән дуҫынан машинаны алғанын аңлатҡан.

Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре енәйәтте тикшереү бүлеге хеҙмәткәрҙәре менән бергә күрһәтелгән адресҡа барып, автомобиль хужаһын табып, унан һорау алған. Ул үҙенең ризалығынан тыш транспорт сараһының алынғанлығын раҫлаған.

21 йәшлек урындағы кешегә ҡарата урлау факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Шулай уҡ уға ҡаршы ҡаршы юлдан хәрәкәт итеү һәм иҫереклеген асыҡлау буйынса медицина тикшереүенән баш тартыу буйынса административ протоколдар төҙөлгән.

Фото: https://web.telegram.org/k/#@V_Sevastyanov

 

Автор: Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас