

Йырсы эштәре буйынса Мәскәүгә килгәс, Мәскәү-Ҡазан самолетына өлгөрмәгән. Алдағы көндә Сыуашстанда сығыш яһарға тейеш булыу сәбәпле ул тиҙ арала Өфөгә юл тоторға, уға иһә Ҡазанға һәм Сыуашстанға йүнәлергә тура килгән.
– Үҙ рейсыма өлгөрмәгәс, мин инде икенсе самолетҡа ултырырға барам. Өфөгә билет алырға тура килде. Иртәгә Сыуашстанда сығыш яһайым. Был стресс менән бөгөн 5 йылға ҡартайҙым. Ауыҙығыҙҙы асып йөрөмәгеҙ, дуҫтар, – ти Ләйлә.