Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Ғинуар , 20:10

Биш кешенән дүрт миллион һум

Уҙған тәүлектә республикала йәшәүселәр муттарға 4 миллион һумдан ашыу аҡса биргән.

Биш кешенән дүрт миллион һум
Биш кешенән дүрт миллион һум

Өфөлә йәшәүсе 54 йәшлек ҡатынға йәнәһе элемтә операторынан шылтыратыу килгән. "Белгес" ҡатындың элемтә биреү килешеүенең ғәмәлдә булыу ваҡыты тамамланыуы тураһында иҫкәртеп, килешеүҙе оҙайтыуҙа ярҙам тәҡдим итә. Ир ҡатынды һылтанма буйынса инергә күндерә һәм кеҫә телефонына ситтән инеү мөмкинлеген ала. Ҡатын уның күрһәтмәләрен үтәп, 100 мең һумдан ашыу аҡсаһын юғалта.

Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса идаралығына 30 йәшлек ир мутлашыу тураһында ғариза менән мөрәжәғәт итә. Полицияға ул мессенджер аша уға өҫтәмә аҡса тәҡдим ителеүе тураһында әйтә. Ир ялған брокерға ышана һәм үҙенең инвестиция янсығына 1,5 миллион һумдан ашыу аҡса ебәрә. Зыян күреүсе аҡсаһын кире сығара алмай.

Мәләүез районында йәшәүсе 47 йәшлек ир ҙә шундай хәйләгә эләккән. Ул да 1,5 миллион һумдан ашыу аҡсаһын юғалта.

Яңауылда йәшәгән 54 йәшлек ҡатынға социаль фондтың ялған хеҙмәткәре шылтырата. Енәйәтсе иҫәпкә алынмаған хеҙмәт стажы өсөн компенсация һылтауы менән ҡатын-ҡыҙҙы 400 мең һумдан ашыу аҡса күсерергә күндерә. Күпмелер ваҡыт үткәс кенә зыян күреүсе үҙенең мутлашыусыларҙың йоғонтоһонда булыуын аңлай һәм полицияға мөрәжәғәт итә.

Миәкә районынан 73 йәшлек пенсионер ҡатын Роскомнадзор һәм ФСБ хеҙмәткәрҙәре булып сығыш яһаған телефон аферистары ҡорбаны була. Енәйәтселәр оло йәштәге ҡатынды, посылка алыу һәм кредитты рәсмиләштереүҙе булдырмау өсөн, смс-хәбәрҙән кодты әйтергә күндерә. Бынан һуң шылтыратыусыларҙың күрһәтмәләре буйынса пенсионер 700 мең һум аҡсаны билдәһеҙ иҫәптәргә ебәрә.

Был факттар буйынса РФ Енәйәт кодексының 159 статьяһы буйынса енәйәт эштәре ҡуҙғатыла.

Полиция иҫкәртә: таныш булмаған кешеләр менән аралашҡанда һаҡ булығыҙ! Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, "хәүефһеҙ иҫәп" юҡ! Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ҙур табыш алырға вәғәҙә иткән сит кешеләрҙең вәғәҙәләренә һис тә ышанмағыҙ!

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор: Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас