

Миләүшә Шәйхисламова яңыраҡ чебуректар һатып ала һәм уның эсенә бешерелгән ит һалыуҙарын, шуға ла уның һурпалы, телдә иреп торған түгел, ә ҡаты һәм тәмһеҙ булыуын әйтә. Шулай уҡ, элек был пекарняла барлыҡ аш-һыуҙарының тәмле булыуын, ә һуңғы ваҡытта унда эшләүселәрҙең улар эштәренә намыҫһыҙыраҡ ҡарай башлауҙарын да әйтә. Әйткәндәй, видеояҙмала магазин тотоусының һәм һатыу нөктәһенең исеме әйтелмәй. Шулай ҙа эшҡыуар блогерҙың тәнҡитен күңеленә ныҡ яҡын ала һәм Миләүшәгә шылтыратып, судҡа биреү менән янай.
– Башҡортостанда билдәле эшҡыуарҙан һаналған кеше миңә шылтыратып, судҡа биреү менән янаны. Ул миңә, чебуректың эсенә бешерелгән ит һалыныуын, иҫбатла тине. Уны мин хәҙер нисек иҫбатлайым? Булды, бөттө бит инде. Ә бит мине ултыртып ҡуймаһалар ҙа, ҙур ғына штраф һалыуҙары ихтимал. Ысынын ғына әйткәндә, бер кем менән дә судлашып йөрөгөм килмәй. Етмәһә, үҙ эшен булдырып, билдәле эшҡыуар булып китеүсе – башҡорт. Ә мин үҙебеҙҙең халыҡ араһында ҙур уңыштар яулаусы, тырыш кешеләрҙе күрһәм, улар өсөн ныҡ ҡыуанам ғына, – тип белдерҙе Миләүшә.