Башҡортостанда яңы төр ғәскәрҙәргә – пилотһыҙ системалар подразделениеларына контракт буйынса хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Улар үткән йыл аҙағында ойошторолған һәм иң технологик, ихтыяжлы ғәскәрҙәрҙең береһе тип һанала.
Хәрби хәрәкәттәр ветераны Илья Макаров махсус хәрби операция зонаһында дрондарҙы беренселәрҙән булып ҡуллана башлаған. Ул үҙ теләге менән алғы һыҙыҡҡа киткән һәм пилотһыҙ аппарат объективы аша "һуғышты күрергә" өйрәнгән.
Хәҙер Илья башҡаларға ярҙам итә. Яҡташыбыҙ хәрби комиссариатта эшләй, буласаҡ контрактсыларға консультация бирә һәм документтарҙы рәсмиләштерә. Уның һүҙҙәренсә, махсус хәрби операцияла дрондар бөтә ерҙә лә ҡулланыла, сөнки улар һөжүмдәрҙең теүәллеген арттыра, оборонаны көсәйтә һәм хеҙмәтте хәүефһеҙерәк итә.
БПЛА операторҙарын әҙерләү махсуслаштырылған уҡыу үҙәгендә ике ай дауам итә. Оборона министрлығы менән контракт яугирҙең ризалығынан тыш башҡа вазифаға күсерелмәүен гарантиялай. Хеҙмәттең һөҙөмтәлелеге өсөн бөтә ташламалар һәм премиялар ҡаралған. Тулыраҡ мәғлүмәтте 122 номеры буйынса белергә мөмкин.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.