Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Января , 05:15

Аҙыҡ-түлек банкы граждандарға 55 тонна ризыҡ биргән

Башҡортостанда 2024 йылдан "Аҙыҡ-түлек" коммерция булмаған автономлы ойошма эшләй. Уның маҡсаты - мохтаждарға ярҙам итеү.

Добавить в предпочтительные источники Google
Аҙыҡ-түлек банкы граждандарға 55 тонна ризыҡ биргәнАҙыҡ-түлек банкы граждандарға 55 тонна ризыҡ биргән
Аҙыҡ-түлек банкы граждандарға 55 тонна ризыҡ биргән
«Аҙыҡ-түлек» банкы былтыр мохтаждарға аҡсалата иҫәпләгәндә 20 миллион һумлыҡ ярҙам күрһәткән. Был турала "Мәрхәмәтле ярҙам тарихтары" форматында үткән осрашыуҙа һөйләгәндәр.
"Ғаилә" милли проектына ярашлы, ауыр тормош хәлендә ҡалған граждандарға төрлө йүнәлештә терәк булырға тырышалар. Шул иҫәптән волонтерҙар ярҙамы ла ҙур.
Каринэ Хәбирова белдереүенсә, аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү йәһәтенән ярҙам күрһәтеүҙең әһәмиәте мөһим.
2024 йылдан алып, аҙыҡ-түлек банкы 43 меңдән ашыу кешегә (улар араһында 24 мең самаһы бала) ризыҡ бүлгән. Бөгөн ошо махсус банк Өфөлә генә түгел, республиканың Стәрле, Бөрө, Салауат, Мәләүез, Күмертау, Ишембай, Белорет, Благовещен ҡалаларында һәм Дыуан, Баҡалы, Ғафури районы үҙәктәрендә бар.
 
 
Автор:Алһыу Ишемғолова