Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Января , 11:45

Дини белем биреүгә арналған "түңәрәк өҫтәл" үтте

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү, мәғлүмәт сәйәсәте һәм диндәр эштәре буйынса комитеты белем биреү ойошмаларында выждан һәм дин тотоу азатлығы тураһындағы ҡануниәттең үтәлеше мәсьәләләренә арналған күсмә сара ойошторған. Был турала республика парламентының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Дини белем биреүгә арналған "түңәрәк өҫтәл" үттеДини белем биреүгә арналған "түңәрәк өҫтәл" үтте
Дини белем биреүгә арналған "түңәрәк өҫтәл" үтте

Осрашыу Өфө фән һәм технологиялар институты майҙансығында булған.

"Түңәрәк өҫтәл"де Комитет ҡарамағындағы диндәр эштәре буйынса эксперт советы рәйесе Вячеслав Пятков алып барған. Фекер алышыуҙа депутаттар, ғалимдар, мәғариф ойошмалары вәкилдәре, руханиҙар, студенттар ҡатнашҡан. 

Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Дәүләт-конфессия мөнәсәбәттәре буйынса совет ағзаһы, диндәр эштәре буйынса эксперт советы секретары Руслан Бакаев Башҡортостандағы дини белем биреү системаһының ағымдағы торошо тураһында мәғлүмәт биргән.
Шулай уҡ сарала ҡатнашыусылар ғәмәлдәге белем биреү программалары, килеп тыуған проблемалар һәм артабанғы үҫеш йүнәлештәре хаҡында һөйләшкән.

Фотолар: gsrb.ru

Дини белем биреүгә арналған "түңәрәк өҫтәл" үтте
Дини белем биреүгә арналған "түңәрәк өҫтәл" үтте
Дини белем биреүгә арналған "түңәрәк өҫтәл" үтте
Дини белем биреүгә арналған "түңәрәк өҫтәл" үтте
Автор:Алһыу Ишемғолова