

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, республикала йылыта башлай. Ҡаты һыуыҡтарҙан Һуң Башҡортостан биләмәһенә йылыраҡ һауа массаһы килә. Ҡар яуасаҡ, әммә һыуыҡтар бөтөнләй сигенмәйәсәк. Ғинуарҙың һуңғы аҙнаһында уртаса һауа температураһының норманан 4–5 градусҡа түбән булыуы көтөлә.
Февраль, Рәсәй гидрометеорология үҙәгенең яҡынса фараздары буйынса, ғәҙәттәгенән йылыраҡ була.
Был айҙа һауа температураһы уртаса климат нормаһынан юғары, ул –11,7 градус тәшкил итә. Мартта ла ғәҙәттәгенән йылыраҡ булыуы көтөлә. Уртаса температура климат нормаһынан –5,1 градусҡа юғарыраҡ буласаҡ.