

2024 йылдың апрелендә Ишембайҙағы бер кафела иҫерек Галустян берәү менән ғауғалашҡан да, уны атырға булған. Тик яҙа ебәреп, пуляһы яҡындан үтеп барған егеткә тейгән – 23 йәшлек Данил Р. үлемесле йәрәхәт алған һәм икенсе көнөнә дауаханала йән биргән. Беҙ был ваҡиға тураһында яҙғайныҡ (Ишембайҙа йәш егетте атып үлтереүсе Волгоград яғында тотолған).
Енәйәтсене өс статья буйынса хөкөм итәләр («убийство, совершенное общеопасным способом из хулиганских побуждений», «покушение на убийство двух и более лиц, совершенное общеопасным способом из хулиганских побуждений», «незаконное приобретение, хранение и ношение огнестрельного оружия»).
Фото: прокуратура РБ / тг-канал
Беҙҙе МАХ-та ла уҡығыҙ!