

Өфөлә йәшәүсе йәш әсә хаҡында медицина-социаль һәм психологик ярҙам үҙәге белгес һөйләне:
– Беҙҙең героиня М. – йәш әсәй, уға ни бары 16 йәш. Әммә бында иң мөһиме – йәш күрһәткесе түгел, ә ике йәш йөрәкте мәңгегә бәйләгән ихлас хис. Беренсе синыфтан уҡ балалар бергә уҡый. Ҡыҙ яҡшы ғаиләлә үҫә, яҡындарының ярҙамын тоя һәм яратҡан кешеһе менән бергә үҙенең бәләкәй ғаиләһен булдырырға ҡарар итә. Хәҙер был йәш әсәй күптәрҙе ҡыйыулығы һәм үҙ-үҙенә ышанысы менән рухландыра, – ти белгестәр.