Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Ғинуар , 17:30

“Яһалма аҡыл өлкәһендә эшләүселәргә ярҙам саралары тураһында ишетергә өмөтләнәм”

30 ғинуарҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары алдында Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаясаҡ. Был ваҡиға – ошо көндәрҙең иң мөһим яңылыҡтарының береһе. Сөнки тап Мөрәжәғәтнамәлә алдағы көндәргә үҫеш, йәшәйеш, алға барыш тураһында ниәт-пландар сағыласаҡ.

“Яһалма аҡыл өлкәһендә эшләүселәргә ярҙам саралары тураһында ишетергә өмөтләнәм”
“Яһалма аҡыл өлкәһендә эшләүселәргә ярҙам саралары тураһында ишетергә өмөтләнәм”

“Предиктор” йәмғиәтенең генераль директоры, яһалма аҡыл өлкәһендә эшләүсе Айрат Ғәлләмов та был сараны бик көтә. Уның күҙаллауынса, тап ИИ (искусственный интеллект) хаҡында ла һүҙ буласаҡ. Мөһим тармаҡтың үҫеше – заман талабы.

“Минеңсә, Мөрәжәғәтнамәһендә Радий Фәрит улы яһалма аҡылды беҙҙең тормоштоң төрлө өлкәһендә үҙләштереүҙең өҫтөнлөгө, яһалма аҡылды дәүләт һәм муниципаль идара системаһына, ауыл хужалығына, сәнәғәткә индереүҙең ағымдағы һөҙөмтәләре тураһында һөйләйәсәк. Беҙҙең республика – сәнәғәт төбәге, ИИ системаларын ҡулланыу даирәһе лә бик киң.

Шулай уҡ сығышта беҙҙә яһалма аҡылды үҫтереү буйынса пландар, шул иҫәптән локаль системалар эше өсөн инфраструктура булдырыу, хәүефһеҙ файҙаланыу, импортты алмаштырыу хаҡында ла һүҙ булыр, моғайын.

Төбәк ИТ-компанияларына ярҙам саралары, беҙҙең вуздарҙа кадрҙар әҙерләү мәсьәләләре тураһында ла ишетергә өмөтләнәм”, – ти Айрат Фәрит улы.

Әйткәндәй, йәш белгес ИТ өлкәһендә 2004 йылдан эшләй. Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлаған, кандидатлыҡ диссертацияһын да яҡлаған, доцент. 2024 йылдан Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәгендә яһалма аҡыл лабораторияһын етәкләй.

Фото: Айрат Ғәлләмовтан.

Автор: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас