📃 Республика Башлығы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттарына Мөрәжәғәтнамәһен әҙерләй. Ул йома көндө 10:00 сәғәттә башлана. Радий Хәбиров уның төп темаларын да төҫмөрләне — заман ҡуйған яңы һынауҙар, технология үҫеше тыуҙырған хәүеф.
🏓 2026 йылдың декабрендә Өфөлә өҫтәл теннисы үҙәге төҙөлөп бөтөргә тейеш.
💡 Уҙған йыл барышында Башҡортостанда үҙмәшғүл эшҡыуарҙар һаны, өстән бер өлөшкә артып, 343 мең ярымдан ашҡан. Уларҙың йыллыҡ дөйөм килеме 50 миллиард һумға еткән.
✈️ Мостай Кәрим исемендәге Өфө аэропорты 2025 йылда 5 миллионға яҡын пассажир ҡабул иткән. Был күрһәткес буйынса ул — илдең иң ҙур 10 һауа вокзалдары исемлегендә.
🕯 Радий Хәбиров Башҡортостан граждандарының хәтерен һәм батырлыҡтарын мәңгеләштереү буйынса план төҙөргә, махсус хакимиәт комиссияһы булдырырға ҡушты.