Ул донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәгендә урынлашҡан — «Лекторий НОЦ».
Проект Рәсәйҙә иғлан ителгән Фән һәм технологияларҙың ун йыллығы буйынса башланған һәм "Фән яҡында" федераль проектына инә.
Дүрт йылға яҡын эшләү осоронда лекторийҙа илебеҙҙең төрлө төбәгенән 40-тан ашыу ғалим сығыш яһаған, сараларҙа дүрт меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Һанлы форматта лекциялар яҙмаларын 66 меңдән ашыу ҡарағандар.
Лекторий эшен быйыл да дауам итә.