Радий Хәбиров менән оператив кәңәшмәнән иң мөһиме:
Республика Башлығы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттарына мөрәжәғәтнамәһен әҙерләй. Ул йома көндө 10:00 сәғәттә башлана. Радий Хәбиров уның төп темаларын да төҫмөрләне — заман ҡуйған яңы һынауҙар, технология үҫеше тыуҙырған хәүеф.
2026 йылдың декабрендә Өфөлә өҫтәл теннисы үҙәге төҙөлөп бөтөргә тейеш.
Уҙған йыл барышында Башҡортостанда үҙмәшғүл эшҡыуарҙар һаны, өстән бер өлөшкә артып, 343 мең ярымдан ашҡан. Уларҙың йыллыҡ дөйөм килеме 50 миллиард һумға еткән.
Мостай Кәрим исемендәге Өфө аэропорты 2025 йылда 5 миллионға яҡын пассажир ҡабул иткән. Был күрһәткес буйынса ул — илдең иң ҙур 10 һауа вокзалдары исемлегендә.
Радий Хәбиров Башҡортостан граждандарының хәтерен һәм батырлыҡтарын мәңгеләштереү буйынса план төҙөргә, махсус хакимиәт комиссияһы булдырырға ҡушты.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.