Артыҡ шаҡырайтмаҫ та (шаҡырайтып туңдырмаҫ та). Синоптиктар фаразлауынса, көн торошо үҙгәреүсән була. Сағыштырмаса йылы булмаҡсы. Айырыуса ай башы. 3 - 8 февралдең аномаль йылы булыуы күҙаллана.
Иң йылы көндәр - 3 февраль (0 градус тирәһе), 4 һәм 6 февраль (-2 градусҡа тиклем).
Төндә сама менән -8, -13 градус.
Февраль уртаһына ҡарай бер аҙ һыуыта. Иң һыуыҡ көндәр - 11, 12, 13 февраль. Төндә уртаса температура -25 градусҡа етеүе ихтимал.
Айҙың икенсе яртыһы йылыта, быйыл яҙ иртәрәк килә, ти белгестәр.
Фото: автор фотоһы