Был хәл яңыраҡ Благовещен трассаһында була. Йөк машинаһынан сығып осҡан арматура ҡатын-ҡыҙ һәм уның 16 йәшлек балаһы ултырған еңел машинаға осоп килеп ингән. Ярай әле иҫән ҡалғандар, әммә үҫмер ныҡ йәрәхәтләнгән.
Табиптар әйтеүенсә, зыян күреүселә ябыҡ баш һөйәге-мейе йәрәхәте, төрлө кимәлдәге яралар. Әле бала нейрохирургия бүлегендә, хәле уртаса ауырлыҡта тип баһалана.