Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Ғинуар , 21:00

Бер нәмә лә бушҡа килмәй

  Бер нәмә лә бушҡа килмәй, Тырышам, арып-талам, Тырышҡан – табыр! Һин минән Тырышыраҡ бул, балам!

Бер нәмә лә бушҡа килмәй
Бер нәмә лә бушҡа килмәй

Эй ҡатмарлы был донъялар,
Ҡайсаҡ юғалып ҡалам...
Аҡыллы – аңлар! Һин минән
Аҡыллыраҡ бул, балам!

 

Эшемде күрһәтер өсөн
Бөтә көсөмдө һалам,
Уңышлы – уңыр! Һин минән
Уңышлыраҡ бул, балам!

 

Ғәмем, сәмем – һеҙҙә генә,
Борсолоп ыҙаланам...
Балаларың өсөн минән
Тынысыраҡ бул, балам!

 

Бөртөкләп бәхет сүпләйем,
Ялбарам – бирер Аллам!
Бәхет – яҙмышың! Һин минән
Бәхетлерәк бул, балам!

 

Фирүзә Абдуллина.

Автор: Гөлнара Солтанова
Читайте нас