Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Января , 05:20

Башҡортостандың спорт үҙәгендә үлемесле сир таралған

Ошо сәбәпле унда карантин иғлан ителде.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостандың спорт үҙәгендә үлемесле сир таралғанБашҡортостандың спорт үҙәгендә үлемесле сир таралған
Башҡортостандың спорт үҙәгендә үлемесле сир таралған

Благовещен районының «Уфимский Сокол» спорт үҙәге биләмәһендә ҡырағай һеләүһендең ҡыҙға һөжүм итеүе тураһында  яҙғайныҡ инде. Әле унда ҡотороу сире буйынса карантин иғлан ителде. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикабыҙҙың ветеринария буйынса дәүләт комитеты тәҡдиме нигеҙендә тейешле указға ҡул ҡуйҙы.

Карантин 23 ғинуарҙан билдәләнгән. Ильино-Полянка ауыл советындағы спорт үҙәге биләмәһе эпизоотик усаҡ тип танылды. Был объект сиктәренән 500 метр радиустағы территория имен булмаған зона тип иҫәпләнә.

Автор:Гөлнара Солтанова